Аҡҡан һыуҙар - Байназаров Баязит


1-се куплет:
Am Dm

Аҡҡан һыуҙар шундай ярһыу ине,

C
Шундай алһыу ине иртәләр.

Am Dm
Йөрәгемде һиңә бүләк иттем

G7 E
Ғашиҡтар бит шулай итәләр.


Припев: 2 т
Dm G

Минең атлап килгән юлым менән

Cmaj7 A (A7)
Тиң булмаған икән һуҡмағың.

Fmaj7 Dm
Бүләгемде алдың алыуында,

B7 Am
Ләкин уны һанға һуҡманың.

2-се куплет:
Эс бошҡанда бер уйынсыҡ итеп
Иркәләгән булдың ҡосаҡлап
Уйнап туйғас сабый бала кеүек
Ташлап киттең уны усаҡҡа.


Припев: 2т 
Аҡҡан һыуҙар һаман ярһыу микән?
Алһыу микән ни һуң иртәләр?
Ғашиҡтар бит һаман ғашиҡтарға
Йөрәктәрен бүләк итәләр.

Ғашиҡтар бит һаман ғашиҡтарға
Йөрәктәрен бүләк итәләр.

Тональность


Google Analytics