Эй, башҡортом - Аҡҡужин Буранбай


Em D

Башҡортостан, әрнеү, ғазаптарым!

D

Күпме генә була түҙергә

Em D
Ышанмайыҡ алдаҡ - ялғандарға,

D
Етәр инде золом - йәбергә.

Em D
Илен, ерен һаҡлар батырҙарың

D
Эшһеҙлектән ситтә интегә,

Em C
Үҙ илендә, ҡара ҡол хәлендә

D
Сит байҙарға, башҡорт, бил бөгә.

Ҡушымта:

Em C

Балаларың тыуыр, эй(е), башҡортом,

D
Кем булыр һуң уның милләте?

Em C
Мишәр, сыуаш,типтәр, урыҫмы?

D
Нисек булыр тотош, килбәте?

Ерҙәребеҙ тартып алынған,
Ҡалғандарын инде һатҡандар.
Ҡыҙҙарыбыҙ- әрмән һөйәркәһе,
Ебәк түшәк булып ятҡандар.
Ҙур уҡыуҙар бөткән улдарыбыҙ
Татар, сыуаш, урыҫ ирҙәре,
Ә ауылда ҡалған буйҙаҡтарҙың,
“Йәшел йылан” бөгөн йәрҙәре.

Ҡушымта:

Балаларың тыуыр, эй(е), башҡортом,
Кем булыр һуң уның милләте?
Мишәр, сыуаш,типтәр, урыҫмы?
Нисек булыр тотош, килбәте?

Ҡушымта

Башҡортостан, Илем – атайсалым!
Эй, башҡортом, төптән уйлайыҡ,
Киләсәк көн беҙҙең ҡулда әле,
Һәр саҡ һаҡта, берҙәм булайыҡ.

Тональность


Google Analytics