Ете мең - Ахмедьянов Тимур



Ҡушымта:

C#m G#m A H

Республикала уртаса түләү хаҡы ун ете мең

Тип әйткәнен президентыбыҙҙан ишетеп

Мин барҙым банкоматҡа күпме күскән был айҙа?

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы тик ете мең

 

1) Мин ябай башҡорт егете егерме бишенсем китте

Сибай Пед. Колледжын бөттөм. Өфөгә киттем һәм

Килеп сыҡмаҫ минән композитор тип кире ҡайттым

Эшкә төштөм, кәләш алдым, Сибайҙа ҡалдым

Әле йәшәп ятҡан булабыҙ аллаға шөкөр

Ашап-эсеүгә аҡса етә күңел көр

Ләкин шунан ары китә алмай бюджет

Ә БСТнан бөгөн аптыратты президент

 

2) Әллә минең генә ете микән тип аптырап

Дүҫтарымдан һорарға булдым, күҙҙәренә ҡарап

Беҙҙеңдә шулайыраҡ сыға тинеләр улар

Был ни тағы? Эһе-һей! Башҡорттар!

Бәлки ысында шул уртасаға инмәҫкә тейешбеҙ

Беҙ бит ле йәш, квалификация юҡ, стаж әҙ

Тик ниңәлер минең әсәйҙә ун ете алмай

Ул егерме ете йыл уҡыта һаулығын аямай!

Ай-ай-ай

Тональность


Google Analytics