Экиәт бөттө - Ахмедьянов Тимур


D

Әкиәт бөттө... Төп герой үлде...
Ярылған йөрәк фонында титрҙар китте,

Em
Кешеләр поп-корндарын көйшәп сыҡты,

Em
Ә мин ҡалдым, мин тынһыҙ ҡалдым.

D
Ҡараңғы залдың бушлығын тойоп,
Йөрәгемде һары һағыштар үтте сыйып

Em
Һәм юйып бар меҫкен булмышымды – 
Белһәң ине нисек мин һине һағындым.

C
Ләкин һин бәхетте һумдар менән үлсәнең,

D
Долларҙарға күсереп шунда шатлыҡ күрҙең.

Em
«Мөхәббәт» тигән һәйкәл ҡәбер ташы хәҙер
Һәм көтәлер ул беҙҙе.

C
Бар хыялдарыбыҙ абортҡа дусар булды,

D
Яҙмыш уларҙы ҡырҡып алды һәм ташланы

Em
«Иҫтәлек» тигән сүп-сар соҡорона,

D
Ләкин күңелдә нимәлер һаман яна.


Ҡ(2т): 

Em D

Тик беләм, һин әйләнеп ҡайтмаҫһың

D
Һәм ташламаҫһың ялтыр донъяңды.
Em D
Мин һине хәтеремдән юйырмын 
D
Һәм онотормон телефоныңдың... номерын.  

2. Ә йылдар үтә, хәтерҙәр өтә,
Йөрәктәр яраланһа ла һаман да ниҙер көтә.
Беҙ – тормоштоң төбөндә, хыялдар – күктә,
Ни булырын белмәйбеҙ һин дә, мин дә.
Телефонымдағы фотоңа ҡарап,
Яңғыҙлыҡта ултырам үҙ-үҙемдән һорап:
«Ниңә осраттым? Ниңә яраттым? 
Ниңә ҡулыбыҙҙағы бәхет бик тиҙ ҡасты?»

Ләкин яуаптар тапһаң да ишектәр бикле,
Мөхәббәт мәңге булһа ла аңыбыҙ сикле.
Мин ҡуям «бишле» шәп карьераңа,
Ә һинең күҙҙәреңдән һағыш тама,
Сөнки һин бәхетте һумдар менән үлсәнең,
Һөйөүҙән дә көслөрәк булған хис теләнең.
Белмәнең ундай хистең юҡ икәнен
Һәм шуның өсөн берәй көн үкенерһең...

Тональность


Google Analytics