E D C
Илап тыуһам да мин, йырлап үҫтем,
E D C
Йырлап йәшәйем мин бөгөн дә.
G D
Сәстәремә ҡырау сәселһә лә,
C D E
Ҡырау ҡунмаҫ минең күңелгә,
C D E
Ҡырау ҡунмаҫ минең күңелгә.
Йырлап йәшәйем мин, халҡым үҙе,
Йырла, тиеп бирҙе ҡәләмде.
Данла, тине, һине кеше иткән,
Йырсы иткән бөйөк илеңде,
Йырсы иткән бөйөк илеңде.
Илап тыуһам да мин, йырлап үҫтем,
Йырлап йәшәйем мин бөгөн дә.
Йырламайса күңелем түҙә алмай,
Йырҙарға тиң гүзәл илемдә,
Йырҙарға тиң гүзәл илемдә.