Тыуған ерем - Атауллин Фәнзил


Fm# Bm

Бына килде июнь тағы,

Bm A
Тәбиғәттең матур сағы,

F# Bm
Иңенә йәшел шәл һалып,

Bm A
Күркәмләнде тыуған яғым.

Ҡушымта:

Bm Fm# G
Шаян елгә иркәләнеп,

Fm#
Көмөш ҡылған тулҡынлана

Bm G
Тыуған ерем һиндәй гүзәл,

D
Ер бар микән был донъяла

Ергә йылы нурын һибеп
Күктә ҡояш көлөп тора
Баш осонда һабан турғай
Йырлай-йырлай бейеп тора

Ҡушымта:

Шаян елгә иркәләнеп,
Көмөш ҡылған тулҡынлана
Тыуған ерем һиндәй гүзәл,
Ер бар микән был донъяла


D

Матурлығын ожмахҡа тин,

Fm# G
Ҡарап ҡарап туя алмайым

Bm
Күҙҙәремә килеп тулған

A
Һағыш йәшен тыя алмайым

Тональность


Google Analytics