Атай - әсәй, рәхмәттәрем яҙмышыма - Килдейәрова Альбина


Ҡәҙерләйек атай - әсәйҙәрҙе
Күңелдәрҙә булһын һәр саҡ яҙ.
Баҡыйлыҡҡа киткәс һуңларбыҙ бит,
Иҫән саҡта бирәйек йылы наҙ.

Ҡуш.та:
Рәхмәттәрем яҙмышыма,
Рәхмәттәрем Хоҙайыма,
Ғәзиздәрем янда булғанға.
(Ғәзиздәрем иҫән булғанға)

Йыш ҡайтайыҡ тыуып үҫкән яҡҡа
Хәсрәт һалмай атай - әсәйгә.
Олоғайған йән дә наҙҙар эҙләй
Һыуынмаһын һуҡмаҡ нигеҙгә.

Яҡындарҙың гәлсәр йөрәктәре
Уйылмаһын һалҡын ҡараштан.
Ел ҡапҡаны әгәр әҙерәк асһаҡ,
Йән ҡапҡаһы ябылыр һағыштан

Тональность


Google Analytics