Аҡҡошҡайым, на- на- на -на -на,
Аҡҡошҡайым, на- на -на- на -на.
Күл өҫтөндә йөҙгән пар аҡҡоштар,
Мөхәббәттең ап - аҡ билгеһе.
Пар аҡҡоштар кеүек ғүмер буйы,
Сәскә атһын һөйөү сәскәһе.
Яндарымда аҡҡошҡайым
Йән дуҫҡайым, минең йондоҙом.
Гүзәл наҙлы һөйөүҙәрҙән
Сәскә атһын тормош юлыбыҙ.
(Сәскә атһын барыр юлыбыҙ).
Аҡҡошҡайым, на- на- на -на -на,
Аҡҡошҡайым, на- на -на- на -на.
Саф һөйөүҙәр тормош баҡсаларын
Бәхет гөлө менән күмһендәр.
Яҙмыштарҙың һалҡын елдәренән
Аралаһын йылы йомшаҡ һүҙҙәр.
Аҡҡошҡайым, на- на- на -на -на,
Аҡҡошҡайым, на- на -на- на -на.
Күл өҫтөндә йөҙгән пар аҡҡоштай,
Ҡабыҙғанбыҙ һөйөү усағын.
Аҡҡоштарҙай ,йәнем, ғүмер буйы,
Һүндермәйек һөйөү уттарын.