Хин икән - Килдейәрова Альбина


Был донъяларға тыуғанға тиклем
Ике йән күктә һөйөп ҡауыша.
Тик күптәр ергә килеп аҙашып
Тиң булмағанды тиң тип яң(ы)лыша.

Ҡуш.:
Һин икән дә һин - күптән эҙләгән,
Һин икән дә һин - күктәр ебәргән.
Йөрәк яңылышмай, яна һөйгәнгә
Беҙҙең йөрәктәр мәңгегә бергә.

Тыуғанға тиклем, өҙ(ө)лөп һөйгәндәр
Вәғ(ә)ҙә бирешә, тиҙәр, күктәрҙә.
Саф мөхәббәттән йондоҙ ҡабына
Нур, өмөт булып яна күҙҙәрҙә.

Йөрәгем һинең барлыҡты белде
Оҙаҡ эҙләнем, өмөт һүнмәне.
Ел - дауыл аша, ҡар - ямғыр үтеп
Көттөрөп килгән бәхет ҡәҙерле.

Тональность


Google Analytics