Ерҙә тормош шулай ҡоролған,
Хоҙай бабай беҙгә парҙар ебәргән.
Осрашһындар, табышһындар,
Яратышып ҡауышһындар
Бәхеттәре үҙ ҡулында тигән.
Туй, туй, туй тәҙерәңде асып ҡуй,
Туй ҡото керһен һәр бер өйгә.
Туй, туй, туй теләктәрең әйтеп ҡуй,
Йөрәктәр типһен мәңге бергә.
Ерҙә һеҙҙе фәрештәләр осраштырған,
Ә йондоҙҙар һауаларҙа ҡауыштырған.
Мөхәббәтте ныҡ һаҡлағыҙ,
Бәхеттәрҙе юғалтмағыҙ
Ғүмер юлын бергә тигеҙ атлағыҙ.
Ерҙә тормош шулай ҡоролған
Хоҙай бабай беҙгә парҙар ебәргән.
Һин минеке, йәнем, тиеп
Мин һинеке йәрем тиеп,
Йәшәгеҙ һөйөп - һөйөлөп тигән.