Эй, бәхетем ни төҫлөһөң?
Һарыһыңмы, аҡһыңмы?
Әллә йәшел төҫтәһеңме,
Әллә бәхет алһыңмы?
Бәхет, бәхет тип һөйләйбеҙ,
Бәхетем һин ҡайҙаһың?
Килеп етеп ҡосоп алып
"Мин бәхетең" тиһәңсе.
Күренһәңсе күҙҙәремә
"Килеп еттем" тиһәңсе.
Килеп етеп ҡосоп алып
"Мин һинеке" тиһәңсе.
Мин күрермен күҙҙәреңдән
Күҙҙәреңдең төҫкәйен.
Донъяларҙың яҡтылығын,
Бәхетемдең төҫкәйен.