Яныуҙарым һинең өсөн - Килдейәрова Альбина


Һин тип яндым, һин тип көйҙөм,
Һиңә арналды ғүмер.
Көлгә әйләнгән мәлдә лә,
Был йөрәк һин, тип тибер.

Хоҙай һине, фәрештәһен,
Ергә нисек ебәргән?
Йәшәүҙәрең йәннәткә тиң,
Һөйгән - һөйөлгәндәрҙән.

Яҙмыш беҙҙе ҡауыштырҙы,
Атҡанда һөйөү гөлө.
Нурҙар эсеп асылғанда
Яланда сәскә теле.

Рәхмәтлемен яҙғаныңа -
Яҙмышыма мең шөкөр.
Инде ,Хоҙай, шәфҡәтеңде
Балаҡайҙарға еткер.

Тональность


Google Analytics