Йәшлек яҙым - Килдейәрова Альбина


Ҡабатланмай тиҙәр йәшлек яҙы,
Ҡайтмай тиҙәр уны бер киткәс.
Беҙҙең йәшлек тағын кире ҡайтты,
Кире ҡайтты нисә йыл үткәс.

Тулҡын булып ҡаҡты, сәскә атты,
Тормош баҡсабыҙҙа гөлдәрем.
Көҙҙәргәсә дауам итһә икән,
Ошо рәхәт матур көндәре.

Шул гөдәрҙән таҡыялар үреп,
Сәстәремә ҡуйҙым саҡ ҡына.
Тыныс ҡына янған һөйөү утым,
Әйләнде ул тағын ялҡынға.

Бер кем белмәй, бер кем алдан күрмәй,
Кемгә күпме ғүмер яҙылған.
Һәр миҙгелдең ҡәҙерҙәрен белеп,
Йәшәйексе йәшлек яҙында.

Тональность


Google Analytics