Калды һағындырып - Килдейәрова Альбина


Һауалағы ҡош юлдары
Илтә кеүек һинең юлдарға.
Ҡыр ҡаҙҙары йыраҡ оса,
Ҡайтыр өсөн тыуған ерҙәргә.

Һауаларға күтәрелдең
Башҡа ҡайтмаҫ өсөн был ергә.
Изгеләрҙән изге йәнем
Осто инде осто мәңгегә.

Был донъяға илап тыуһа,
Китә яҡындарып илатып.
Ҡош юлынан ҡоштар ғына
Ҡайта ояларын һағынып.

Яҡты маяҡ ҡош юлында
Ҡалды мәңгелеккә һағындырып.
Ҡош юлында яҡты маяҡ
Ҡалды мәңгелеккә һағындырып.

Тональность


Google Analytics