Һөйөп - һөйөлөп йәшәйек,
Йәшәүҙәр миҙгел генә.
Бәхет ҡошом һине һөйәм,
Пар ҡанат бул мәңгегә.
Мөхәббәттә йәшәр өсөн
Бул һин түҙемле генә.
Мин дә һине, һин дә мине,
Ҡәҙерләп һөйөп кенә.
Ғүмерҙәр ҙә шишмәләрҙәй
Эй, ағалар сылтырап.
Бергә булайыҡсы, иркәм
Йөрәгемә һин кәрәк.
Һөйөү усағы ла янһын
Һүнмәһен һүрелмәһен.
Йән йылыһын тойоп ҡына
Йәшәйексе гел бергә.