Аҡ тимә, ҡара тимә - Килдейәрова Альбина


Кәрәкмәй бындай һөйөү,
Көнләшеп йәнгә тейеү.
Ниңә һуң юҡҡа бәйләнеп,
Барһын бер ергә өйөү.

Аҡ тимә, ҡара тимә
Көнләшеп йәнгә теймә.
Ышанмағас хистәремә,
Кәрәкмәй һөйәм тимә.

Улай ҙа тимә миңә
Былай ҙа тимә миңә.
Ҡалдыр мине, ҡалдыр тиеп
Яуап бирермен һиңә.

Юҡ сәбәпте эҙләмә
Булмағанды тиҙләмә.
Ышаныу булғанда ғына
Донъялар тигеҙләнә.

Тональность


Google Analytics