Абдрахман - Башҡорт халыҡ йырҙары


Унар ғына һумлыҡ, ай, ун аҡыҡ,
Егетһалдыр эйәр ҡашыңа.
Атам дуҫы тиеп ышанма, егет,
Атаң дуҫы етер башыңа.

 

Унар ғына һумлыҡ ун аҡыҡлы
Эйәрең булыр, егет, ат булһа.
Яҡын күргән дуҫтан яманы юҡ,
Ауыр саҡта һиңә ят булһа.

 

Унар ғына һумлыҡ, ай, ун аҡыҡ
Кәрәге юҡ эйәр ҡашыңа.
Атам дуҫы тиеп ышандың, егет,
Шул дуҫ етте һинең башыңа.

Тональность


Google Analytics