Ағиҙел - Башҡорт халыҡ йырҙары


Ағиҙелкәй ҡайҙа? Ай, туғайҙа.
Ағиҙелкәй һымаҡ һыу ҡайҙа?

Ағым һыу, Ағиҙел буйҙары.
Ағиҙелкәй һыуҙың, ай, буйҙары,
Йәмле сағы уның яҙғы айҙа.

Ағым һыу, Ағиҙел буйҙары.

 

Ағиҙелкәйҙәрҙең, ай, буйында,
Һандуғастар һайрай муйылда.

Ағым һыу, Ағиҙел буйҙары.
Иҙел һыуын эскән ир-арыҫлан
Яман теләк йөрөтмәҫ уйында.

Ағым һыу, Ағиҙел буйҙары.

Ағиҙелкәй һыуы, ай, тын икән,
Яр ситтәре бигерәк ҡомло икән.

Ағым һыу, Ағиҙел буйҙары.
Ағиҙелдә үҫкән, ай, ҡыҙҙарҙың
Тауыштары бигерәк моңло икән.

Ағым һыу, Ағиҙел буйҙары.

Тональность


Google Analytics