Ай, былбылым - Башҡорт халыҡ йырҙары


 

Ай, былбылым, вай, былбылым,

Ағиҙелдең ҡамышы;

Таң алдынан сут-сут килә

Һандуғастар тауышы.

 

Ай, былбылым, вай, былбылым,

Ағиҙелдә таң ата;

Таңдар ата, өҙөлә үҙәк,

Йырлата ла илата.

 

Ай, былбылым, вай, былбылым,

Ҡунып һайрай талдарға.

Һинең хаҡта серҙәремде

Асам һандуғастарға.

Тональность


Google Analytics