Айҙар ғынайым да
Вайҙар ғынайым.
Һары һандуғасҡайым да
Ҡара ҡарлуғасҡайым.
Баҫ, баҫ, өҙә баҫ,
Их, их, ҡара ҡаш!
Йөрәк елкенеп торһон да
Ғүмер дәртлерәк уҙһын.
Ах, ах, ҡыҙҙары,
Ах, ах, үҙҙәре!
Һары һандуғас һымаҡ та
Ҡара ҡарлуғас һымаҡ.