Аҡ болот - Башҡорт халыҡ йырҙары


Аҡ болотҡай менән, ай, күк болот

Ҡара болотҡайҙы күсерә.

Дармандары юҡҡа дәртле егет

Йәш ғүмерен зая кисерә.

Ал кәрәкмәй беҙгә, гөл булғас,
Ят кәрәкмәй беҙгә, һеҙ булғас.

Улисәкәй буйы, ай, улисә,

Улисәнең буйы күрнисә.

Ярлы егет йөрөй япа-яңғыҙ,

Байҙың бисәкәйе бер нисә.

Ал кәрәкмәй беҙгә, гөл булғас,
Ят кәрәкмәй беҙгә, һеҙ булғас.

Тональность


Google Analytics