Ел өргән дә саҡта шау-шыу итә Ялан ғына ерҙең ҡайыны. Ҡысҡырып та бер йырламай тороп, Баҫып ҡына булмай ҡайғыны.
Ағиҙелкәй һыуы, ай, тәрән һыу, Аҡ сабаҡтар уны буйламай. Аҡ сабаҡтар кеүек йәшәү ҡайҙа, Донъя ҡайғыларын уйламай.