— Алты егет бергә килгән,
Инһендәрме, еңгәкәй?
Яусыларға килгән микән,
Береһе бигерәк бәләкәй.
— Алтыһы алмаҫ, береһе алыр,
Бәләкәйен керетмә.
Бишеһенән береһен һайла,
Ҡалған дүртен йөрөтмә.
Байғужаның бисәһе бар,
Һайлап торма уныһын.
Сурағолда бисә тормай,
Һайлаһаң — хур булырһың.
— Сәлихйәнен һайлар инем,
Аты ла юҡ йөрөргә.
Киске кейәүем тимәһәң,
Төҫө лә юҡ күрергә!
Иштуғаны иш булалмай,
Күңелем төшмәй Хәйҙәргә.
Инде, еңгәм, нишләйем һуң,
Берәү ҙә юҡ һайларға!
— Берәүһен дә оҡшатмаһаң,
Һайла шул бәләкәйен.
Үҙең ҡарап үҫтерерһең
Туп кеүек кейәүкәйең!