Арғужа - Башҡорт халыҡ йырҙары


Арғужа ла буйы, ай, һары тал,
Юнып ҡына алған ук кеүек.
Уйлаган да уйҙар, ай, юҡ кеүек,
Эскенәйем яна уҡ кеүек.

 

Арғужа ла буйлап йөрөгәнемдә,
Ятып ҡалды ҡайыш дилбегәм.
Дилбегәм дә өсөн ҡайғырмайым -
Ятып ҡалды тыуган илгенәм.

 

Арғужа ла буйлап йөрөгәнемдә
Исемемде яҙҙым ташына.
Ағай ла энә һүҙен тыңламайса,
Еттем, буғай, ғәзиз башыма.

Тональность


Google Analytics