Арғымаҡ яңғыҙ, егет малһыҙ - Башҡорт халыҡ йырҙары


Арғымаҡ яңғыҙ, егет малһыҙ,
Малһыҙ егет ниңә һуң ҡәҙерһеҙ?
Малһыҙ ҙа тип хурламағыҙ,
Малһыҙ, йәрһеҙ йөрөмәй тәҡдирһеҙ.

 

Әй һылыуым, һиңә ни бирәйем?

Бохаранан килгән малым юҡ.

 

Күгел дә осор, күлгә төшөр,
Күлдән осоп төшөр күрәнгә.
Күрмәгәндәргә күрһәтмәһен,
Түҙем бирһен ҡайғы күргәнгә.

Әй һылыуым, һиңә ни бирәйем?

Атайыңа бирер ҡалым юҡ.

 

Ялан ерҙәрҙә ямғыр яуа

Үтер-үтмәҫ үләндең тамырына.

Үтә һөйгән ҡыҙҙар ышанып йөрөр

Егетенең малдар табырына.

Йөрәгемде бүлеп бирер инем,
Йәнһеҙ-тәнһеҙ йөрөр хәлем юҡ.

 

Ҡарағай ҡапҡа, йәшел буяу,
Күлдәгеңә йәшеле сыҡмаһын.
Малһыҙ ғына егет һөйә тиеп,
Күҙҙәреңдән йәшең сыҡмаһын.

Әй һылыуым, һиңә ни бирәйем?
Малдар һатып йыйған аҡсам юҡ.

 

Ҡарлуғас ҡара, муйыны ала,
Хәсрәте ҙурға егет уйлана.
Арғымаҡ яңғыҙ, егет малһыҙ,
Малһыҙ — йәнһеҙ тиеп уйлама.

Әй һылыуым, һиңә ни бирәйем?

Байлыҡ бирә торған баҡсам юҡ.

 

Тональность


Google Analytics