Асылыкүл - Башҡорт халыҡ йырҙары


Асылыкүл буйҙары,

Буйҙарында уйнауы!

Асылыкүл буйҙарында

Уйнап туйып булманы.
Асылыкүл, Асылыкүл,
Күл буйҙары аҫыл гөл.

 

Күл буйҙары дүңгәк-дүңгәк,

Күл һыуҙары күк-күңгәк.

Асылыкүл буйҙарында

Кәрәк уйнамаҡ-көлмәк.
Асылыкүл, Асылыкүл,
Шунда асыла күңел.

 

Асылыкүл буйында,

Ҡоштар һайрай муйылда.

Эштән ҡайтҡас, ҡояш батҡас,

Йәштәр сыға уйынға.

Асылыкүл, Асылыкүл,
Ҡарап торма: уйна, көл!

Тональность


Google Analytics