Am Dm E Am
1) Ҡайтамын тип хаттар яҙыуыма
Am Dm G F
Көндәр түгел, айҙар үттеләр
Dm G C Am
Әммә юлдар һиңә илтмәйенсә
Dm E Am
Йыраҡтарға алып киттеләр.
Ҡушымта:
Am G Am
Бер ҡайтмаһам, әсәй бер ҡайтырмын,
Dm G C
Утыңды һүндермәйсә мине көт,
Dm G C Am
Һине көттөрөп тә ҡайта алмаһам,
Dm E Am
Кисер мине, әсәй ғәфү ит.
2) Көтәһеңдер хат ташыусы килһә
Ҡош телендәй сәләм барҙыр тип
Хат булмаһа өмөт итәһеңдер
Иртәгә бәлки булыр тип
3) Юлға сығам, әсәй, ҡайтыр юлға,
Утыңды һүндермәйсә мине көт,
Ошо юлда тағын оҙаҡлаһам,
Кисер мине, әсәй ғәфү ит.