Һауаларҙа уйнай, ай, ыласын ҡош,
Тояҡҡайҙары ҡыҙыл буяулы.
Үҙ илкәйҙәремдән, ай, һөрөлгәс,
Кем балаһы кемгә аяулы.
Ат ҡушаҡлап йөрөп, бында килдем,
Ҡалдырҙым мин тыуған ерҙәрҙе,
Оғоро ла тиеп хурламағыҙ,
Ирәндеккә ҡасҡан ирҙәрҙе.
Ирәндеккәй тауҙа йөрөгәнемдә,
Уң ҡанатҡайҙарым ат булды.
Ғәзиз генә башым әсир булғас,
Дуҫ-иштәрем минең ят булды.
Ямғыр яуған саҡта, ҡырҡып алдым
Йәш сауҡаны — ҡыуыш ҡорорға.
Хаҡ тәғәлә беҙгә яҙған микән
Нәҫел-ырыуыбыҙ ҡорорға.
Ҡояш ҡына сыға, ай, әйләнеп,
Алһыу нурҙарына ла бәйләнеп.
Һау-сәләмәт булһам, бер ҡайтырмын,
Тыуған илкәйемә лә әйләнеп.