Таң алдынан ҡунып һайрай микән
Талдан талға һары ла һандуғас?
Һандуғастар тауышы моңло икән,
Өҙөлөп-өҙөлөп һине һағынғас.
Бөҙрә тал, сит илдәрҙә йөреп
Ғибрәт ал.
Аҡ арғымаҡҡайым бесән, һай, ашамаҫ,
Эйәрләһәң биле лә бушамаҫ.
Ҡай илдәргә барһаң да бер үк ҡояш,
Тыуған-үҫкән ергә лә оҡшамаҫ.
Бөҙрә тал, сит илдәрҙә йөрөп.
Ғибрәт ал.
Ағиҙелкәйҙәрҙе, һай, кискәндә,
Айыуҙар күрҙем арғы ла яҡтарҙа.
Тыуған илкәйемде һағынып йырлайым
Сит илдәрҙә йөрөгән саҡтарҙа.
Бөҙрә тал, сит илдәрҙә йөрөп
Ғибрәт ал.