Табаҡ та ғына табаҡ, ай, аҡ ҡағыҙ
Буранбайҙың яҙған да хаттары.
Шул хаттарҙы алып уҡып ҡарап,
Зар илайҙар ауыл ҡарттары.
Буранбайҙың аты, ай, кирме ине,
Серге аҫҡайҙары ла тирме ине.
Буранбай ҙа менән, ай, Ибраһим
Себерҙәргә китер ҙә ирме ине.
Алыҫта ғына алыҫ, ай, күренгән
Юшатырҡай башы ла Аҡбейек.
Буранбай ҙа китте, иле ҡалды,
Илкәйенә булды ла ҙур көйөк.
Буранбайҙың ғына, ай, ҡылысын
Ҡомартҡыһы итеп тә ҙурлағыҙ.
Буранбайҙьң ғына, ай, йырҙарын
Иҫтәлеге итеп тә йырлағыҙ.
Буранбай ҙа Себер китеү менән,
Тыныр микән баярҙың ерҙәре?
Буранбай ҙа Себер китеү менән,
Баҫылыр микән илдең дә ирҙәре?