Гайса - Башҡорт халыҡ йырҙары


Оят булмаҫ микән көй көйләргә
Беҙҙең кеүек аҫыл ирҙәргә?
Йырлау ғына түгел, иларһың да —
Ғәзиз башың йыраҡ илдәрҙә.

Ҡаҙ бәпкәләре һары икән,
Теҙелеп-теҙелеп һыуға бара икән.
Йөрәк баштарына ҡан һауҙырған
Йөрәк ярып сыҡҡан бала икән.

Тональность


Google Analytics