Гайса батыр - Башҡорт халыҡ йырҙары


Ниңә килмәй икән уның хаты,

Әллә юҡмы икән форсаты?

Хат килмәүкәйенә сәбәп икән

Бисараҡайымдың вафаты.

Ағиҙелкәйҙәрҙең аръяғынан

Атып алдым кейек ҡоштарын.

Батыр ғына ирҙәр һәләк була,

Эшләйем тип намыҫ ҡушҡанын.

Тональность


Google Analytics