Еҙнәкәй - Башҡорт халыҡ йырҙары


Балдыҙ:

Тәҙрәнән ниңә баҡтың, еҙнәкәй?

Еҙнә:

Йәш йөрәккә ут яҡтың, балдыҙым-яңғыҙым.
Балдыҙ:

Был бармағың ник кәкре, еҙнәкәй?
Еҙнә:

Алтын балдаҡ кейгәнгә, балдыҙым-яңғыҙым.

Балдыҙ:

Был йөҙҙәрең ник һарғайған, еҙнәкәй?

Еҙнә:

Һине өҙөлөп һөйгәнгә, балдыҙым-яңғыҙым.

Балдыҙ:

Мейес башына ник мендең, еҙнәкәй?

Еҙнә:

Карауатың тип белдем, балдыҙым-яңғыҙым.

Балдыҙ:

Балдыҙыңды ниңә үптең, еҙнәкәй?

Еҙнә:

Йәмәғәтем тип белдем, балдыҙым-яңғыҙым.

Балдыҙ:

Балдыҙ һөйөү яҙыҡ, тиҙәр, еҙнәкәй?

Еҙнә:

Яҙыҡ – ҡаҙыҡ башында, балдыҙым-яңғыҙым.

Тональность


Google Analytics