Елмәрҙәк - Башҡорт халыҡ йырҙары


Елмәрҙәккәй тауҙың көн битендә
Елберҙәйҙер ҡайын елдәрҙә.
Ир-егеткәй ситтә йөрөһә лә,
Уйҡайҙары тыуған илдәрҙә.

 

Елмәрҙәккәй тауҙың көн битендә
Тибен генә тибә ҡара айғыр.
Елмәрҙәккәй тауы артта ҡалды,
Менгән атым боролоп ҡарайҙыр.

 

Күтәрмә лә ишек, күндер итек,
Йүгереп барып типмәй, асылмай,
Елмәрҙәккәй тауы алыҫ ҡалды,
Бер йырламай күңелем баҫылмай.

Тональность


Google Analytics