Ерән ҡашҡа - Башҡорт халыҡ йырҙары


Ҡыҙҙар:

Йәйләүҙәргә барҙыҡ, бейәләр һауҙыҡ,
Башкүнәккәй, башкүнәккәйҙәрҙе лә ҡулға элеп,

 

Ерән ҡашҡа атҡайым да,
Башын сайҡай малҡайым.
Алдарында һолоһо бөтһә,
Һыҙыла йөрәк майҡайым,
Эй-й... һыҙыла йөрәк майҡайым.

 

Иҫән генә йөрөп, һау ҡайтығыҙ,
Китәһегеҙ, китәһегеҙ инде лә ҡуҙғалып.


Ерән ҡашҡа атҡайым да,
Елдәр тарай ялҡайын.
Эйәрләгән егетеңде
Ташлап ҡайтма, малҡайым,
Эй-й... ташлап ҡайтма, малҡайым.

 

Егеттәр:

Йәйләүҙәрҙе ташлап, ҡоралды алып,

Беҙ китәбеҙ, беҙ китәбеҙ менеп тә аттарҙы.

 

Ерән ҡашҡа атҡайым да,

Арымай сабыр малҡайым.

Эйәрендә егете барҙа

Бойоғоу белмәҫ малҡайым,

Эй-й.. бойоғоу белмәҫ малҡайым.

 

Иҫән генә булығыҙ, ҡайғырмағыҙ,

Йыш яҙығыҙ, йыш яҙығыҙ яуап та хаттарҙы.

 

Ерән ҡашҡа атҡайым да,

Башын сайҡай малҡайым.

Походтарҙан иҫән ҡайтһаҡ,

Уҡалармын ялҡайын,

Эй-й... уҡалармын ялҡайын.

Тональность


Google Analytics