— Ете егет ҡунаҡ килгән,
Еңгәм, нихәл итәбеҙ?
— Сонтор ҡойроҡ ҡара кәзә
Һуйып ҡунаҡ итәбеҙ.
— Ете егет ҡуна ҡалһа,
Ул саҡ нихәл итербеҙ?
— Кейеҙ түшәп, юрған ябып,
Шулай ҡунаҡ итербеҙ.
— Кисен кәзә һуйыу булмай,
Инде нихәл итербеҙ?
— Сәй эсереп, икмәк менән
Бик шәп ҡунаҡ итербеҙ.
— Сәйе лә юҡ, икмәге лә,
Нисек ҡунаҡ итәбеҙ?
— Көләс булып, уйнап-йырлап,
Бейеп хөрмәт итәбеҙ.