Илгә сығып киткәнемдә,
Бергә ҡалды ете ҡыҙ,
Мин ҡайтҡанды көтөргә тип,
Һүҙен бирҙе ете ҡыҙ.
Ай, ете ҡыҙ, ете ҡыҙ,
Ҡайтып килһәм, бере юҡ.
Намыҫ һаҡлап, күлгә батҡан,
Ғәйеп итер ере юҡ.
Томбойоҡло тәрән күл дә,
Эсмәлегем булған күл,
Ете ҡыҙҙы тартып алып,
Бәхетемде юйған күл.
Ҡарурмандың ҡара ташы —
Күп йәшәгән төйәгем.
Ете ҡыҙҙың үсен алмай
Гүргә инмәҫ һөйәгем.