— Әйҙә, ҡоҙа, түргә уҙ ҙә,
Аяҡҡайың талмаһын.
Беҙҙең хәтер ҡалһа-ҡалһын,
Һеҙҙең хәтер ҡалмаһын.
— Юл буйынан юрғалаған —
Бүҙәнәнең балаһы,
Йырлап бирәйем, ҡоҙаса,
Илебеҙҙең йолаһы.
— Оҙон нәҙек, буйға үҫкән
Ҡыҙыл буйының талы,
Ҡоҙа йырлап биргән саҡта,
Эсеп ебәрәм тағы.
— Егеп килгән туры атымды
Һылап-һылап тарасы,
Һалып биргәс, эсеп ебәр,
Бөтөргәнсе, ҡоҙаса.
Туҫтағыңдың төптәрендә
Тәңкә сифаттары бар,
Эсеп ебәрәм ҡымыҙҙы,
Тәнгә сихәттәре бар.