Заһидулла - Башҡорт халыҡ йырҙары


Сабып ҡына барып, ат бәйләнем
Әйҙекүлкәй буйына, ҡамышҡа.
Татлы йоҡоларҙан уянып киттем
Заһидулла тигән тауышҡа.

 

Эскенәйең янһа, һалҡын һыу эс,
Янған йөрәгеңә файҙа ул.
Төштә генә күреп һөйләшмәһәк,
Былай күрешеүҙәр ҡайҙа ул.

Тональность


Google Analytics