Әйтер инем, дуҫҡай, илкәй,
Уйнап-көлөп үҫкән еркәй,
Йыраҡ ҡына ҡалды ла шул тыуған илкәйем,
Ирәндеккәй буйында шул үҫкән еркәйем.
Ат уйнатып сапҡан еркәй,
Ирәндеккәй буйы юлҡай,
Иҫкә төшһә, өҙөлә лә, дуҫҡай, йөрәккәй;
Тилмерепкәй көтәлер ҙә һағынып йәнкәйем.
Йырсыларға ҡалыр йырым,
Ҡомартҡыға ҡалыр ҡылысым,
Миндәй генә булып та ирҙәр тыумаҫмы?
Дошмандарҙан үсемде лә минең алмаҫмы?
Уҙалыр ҙа ғүмер тынмай,
Бер туҡтамай, ағын һыуҙай,
Һыу аға ла бит, дарья була ла тулҡына,
Тулҡын ҡаҡҡан ирҙәр үҙ илкәйен юҡһына.