Зәлифәкәй һылыу һыуға бара,
Һыу һибәйем тиеп талдарға.
Зәлифәкәй, бахыр, көн-төн илай,
Үҙ ағаһы һатҡас малдарға.
Зәлифәкәй ҡыҙҙың йөн яулығын
Ябынмаған кеше ҡалманы.
Зәлифәкәй һылыу буйға еткәс,
Һоҡланмаған кеше ҡалманы.
Зәлифәкәй кейгән ҡара итек,
Уның үксәләрен тар итеп.
Зәлифәкәй барған юғары осҡа,
Юҡ йомошҡайҙарын бар итеп.
Яйыҡбай ҙа тигән, ай, убаның
Әйләнәһе алты саҡрым.
Тауға ла ғына менеп, ташҡа баҫып,
Ҡул болғайҙыр Зәлифә, бахырым.