Илсе Ғайса - Башҡорт халыҡ йырҙары


Аҙаштырған болан балаһылай,
Яңғыҙ башым ситтә интегәм.
Көндәрен дә төнөн йөрәгем яна,
Иҫемә төшә тыуған илгенәм.

 

Йүгереп кенә мендем тау башына,
Ял итәм ултырып, ай, ташына.
Һау-сәләмәт ҡайтһам Уралыма,
Тарих яҙыр инем ташына.

 

Ҡара ҡытат елән, ай, иңемдә,
Ҡара ебәк билбау билемдә.
Башҡайҙарым ситтә йөрөһә лә,
Күңелдәрем тыуған илемдә.

Тональность


Google Analytics