Ильяс - Башҡорт халыҡ йырҙары


Күгәреп тә ятҡан, ай, арҡа еркәйгә шул
Ат юрттырып менһәң, көс була.
Уҙған ғына ғүмеркәйҙең юҡ билгеһе шул,

Таң ата ла көндәр кис була.

 

Ебәккәй генә ҡушып үрә алманым шул
Ерәнсәкәй атым ялына.
Атым менән генә ағзам теүәл булһа шул,
Ҡайғырмайым донъя малына.

 

Йүгән генә тотоп ҡулыма, төшөп киттем

Туғайҙағы торған туры атҡа.

Егет кенә кеше ҡурҡыу белмәй йөрөр шул,
Етешермен тиеп моратҡа.

 

Тональность


Google Analytics