Ирәндек - Башҡорт халыҡ йырҙары


Һай!.. Иртәнсәкәй тороп, бер ҡараһам,
Уң ҡулында көмөш йөҙөк,
Ҡуш беләҙек, билкәй нәҙек,
Саңҡ-саңҡ итә Ирәндек бөркөтө,
Һай!.. Саңҡ-саңҡ итә Ирәндек бөркөтө.

 

Өмөт өҙмәң, дуҫтар, был донъянан,
Уң ҡулында көмөш йөҙөк,
Ҡуш беләҙек, билкәй нәҙек,
Байрам булып китер бер көндө,
Һай!.. Байрам булып китер бер көндө.

 

Һай!.. Иркәләрмен, тинем, кис килермен, тинем,

Уң ҡулында көмәш йөҙөк,
Ҡуш беләҙек, билкәй нәҙек,
Ҡарттар күрер, ярамай, йәнем, ти,
Һай!.. Ҡарттар күрер, ярамай, йәнем, ти.

 

Һул битенән үҙен һурып үптем,

Уң ҡулында көмөш йөҙөк,
Ҡуш беләҙек, билкәй нәҙек,
Ҡарттар беҙгә ҡарамай, йәнем, тип,
Һай!.. Ҡарттар беҙгә ҡарамай, йәнем, тип.

Тональность


Google Analytics