Иҫке ҡара урман - Башҡорт халыҡ йырҙары


Ҡара ла ғына урман, ҡараңғы төн,
Яҡшы аттар кәрәк үтергә;

Ҡара урманды сыҡҡан саҡта,
Киҫеп алдым пар уҫаҡ,

Ай, айырылмайыҡ, дуҫ булһаҡ.


Заманалар ауыр, йылдар ябыҡ,
Дуҫ-иш кәрәк донъя көтөргә.
Ҡара урманды сыҡҡан саҡта
Киҫеп алдым пар ҡайын,
Ай, айырылмайыҡ, дуҫҡайым.


Ҡара ла ғына йылан, ай, туҙ башлы
Йөрөйҙөр ҙә ҡамыш буйынса.
Ҡара урманға кергән саҡта,
Киҫеп алдым пар уҫаҡ,
Ай, айырылмайыҡ, дуҫ булһаҡ.


Яңғыҙ башым, юҡ юлдашым,
Йөрөймөн дә яҙмыш буйынса.
Ҡара урманға кергән саҡта,
Киҫеп алдым пар ҡайын,
Ай, айырылмайыҡ, дуҫҡайым.


Ҡара ла ғына урман, ҡараңғы төн,
Ниндәй юлдар менән үтербеҙ?
Ҡара урманды сыҡҡан саҡта,
Киҫеп алдым пар уҫаҡ,
Ай, айырылмайыҡ, дуҫ булһаҡ.


Дуҫ-иш менән бергә эш иткәндә,
Теләктәргә тиҙерәк етербеҙ.

Ҡара урманды сыҡҡан саҡта,

Киҫеп алдым пар ҡайын,

Ай, айырылмайыҡ, дуҫҡайым.

Тональность


Google Analytics