Үткәүелкәйҙәрҙе лә, ай, үткәндә,
Бер ҡараным артыма ҡайырылып,
Бер ҡараным артыма ҡайырылып.
Ҡарамаҫ та инем мин ҡайырылып,
Тыуған илкәй ҡалды айырылып,
Тыуған илкәй ҡалды айырылып.
Ҡулыңдағы ҡылысың, ай, һынмаһын,
Алдарыңдан дошман уҙмаһын,
Алдарыңдан дошман уҙмаһын.
Егет кенә саҡтың ҡәҙерен бел,
Йәш ғүмерең заяға уҙмаһын,
Йәш ғүмерең заяға уҙмаһын.
Ерәнсәкәй атым елмәйҙер,
Кешегә ғүмер ике килмәйҙер,
Кешегә ғүмер ике килмәйҙер.
Егет кенә саҡтың ҡәҙеркәйен
Диуана-ахмаҡ ҡына белмәйҙер,
Диуана-ахмаҡ ҡына белмәйҙер.
Ике лә генә аҡҡош осоп бара,
Ҡайҙа икән уның ҡышлауы,
Ҡайҙа икән уның ҡышлауы.
Йән биреүкәйҙәрҙән ауыр икән
Тыуып-үҫкән илде ташлауы,
Тыуып-үҫкән илде ташлауы.