Йыуаса - Башҡорт халыҡ йырҙары


Беҙҙең ҡоҙа хәлле икән,
Йыуасаһы баллы икән,
Ышанмаһаң, ашап ҡара,
Шәкәрҙән дә тәмле икән.

 

Тоҡтоң ауыҙын асайыҡ,
Йыуасаһын сәсәйек,
Ҡоҙағыйҙың күңеле булһын,
Бөтөргәнсе ашайыҡ.

 

Ҡамыр баҫһа, ҡоҙасаның
Ҡулы йәбешә микән?
Һеҙҙең яҡтың йыуасаһы
Майһыҙ ҙа бешә икән?

 

Эй, эт өрҙө, эт өрҙө,
Тышта берәү юткерҙе.
Ҡоҙағыйҙың йыуасаһы
Тамағымды бөтөрҙө.

Тональность


Google Analytics