Йәйләүлек - Башҡорт халыҡ йырҙары


Ай, тау ғына яҡшы, тау яҡшы,
Тау яғалап үткән юл яҡшы.
Алтын менән көмөш сыҡҡан ерҙән
Тыуған ғына үҫкән ил яҡшы.

 

Атҡа ғына менһәң, ай, ат яҡшы,
Ергә генә төшһәң, ер яҡшы,
Илкәйенә ингән яуға ҡаршы
Ат ҡушаҡлап сапҡан ир яҡшы.

 

Ҡарағай ҙа үҫер, ай, йәм өсөн,
Бал ҡорттары осор бал өсөн.
Яман ирҙәр үлер, ай, мал өсөн,
Яҡшы ирҙәр үлер дан өсөн.

 

Уҡа ғына осло ебәк билбау
Сискеләрем килмәй билемдән.
Йәмле генә Урал буйын ташлап,
Киткеләрем килмәй илемдән.

Тональность


Google Analytics