Ағиҙелкәй ҡайҙа, ай, туғайҙа,
Ағиҙелкәй кеүек һыу ҡайҙа.
Ағиҙелкәйҙәрҙең, ай, һауаһы
Йәнгә рәхәт, тәнгә ҙур файҙа.
Ҡушымта:
Йәмле Ағиҙел буйҙары ла
Бөтөрәлер хәсрәтле уйҙарҙы шул,
Бөтөрәлер хәсрәтле уйҙарҙы.
Иҙел һыуын эсһәң, ай, һуш керә,
Талған беләктәргә көс керә.
Беҙҙе генә һөйләр хас дошмандар,
Йоҡлағанда, ҡурҡып төш күрә.
Ҡушымта.
Ағиҙелкәй һыуы, ай, шифалы,
Тултырып алайыҡсы шешәне,
Ағиҙелкәй һыуын, ай, эскәнгә,
Ҡайғыларҙан эсем бушаны.
Ҡушымта.
Ағиҙелкәйҙәрҙең, ай, буйында,
Һандуғастар һайрай муйылда.
Иҙел һыуы эскән ир-егеттәр
Яман теләк йөрөтмәҫ уйында.
Ҡушымта.
Ағиҙелкәй һыуы, ай, тын икән,
Яр ситтәре бигерәк ҡомло икән.
Ағиҙелдә үҫкән, ай, ҡыҙҙарҙың
Тауыштары бигерәк моңло икән.
Ҡушымта:
Йәмле Ағиҙел буйҙары ла
Бөтөрәлер хәсрәтле уйҙарҙы шул,
Бөтөрәлер хәсрәтле уйҙарҙы.