Йәмле Дим буйы - Башҡорт халыҡ йырҙары


Димдә тыуҙым, Димдә үҫтем,

Еләк йыйҙым туғайҙа.

Эй-й, йәмле Дим буйы,
Бик һағыңдым был юлы.

 

Матур һыуҙар бик күп булыр,

Димдән матур һыу ҡайҙа?
Эй-й, йәмле Дим буйы,
Бик һағындым был юлы.

 

Димдә үҫтем, һыуын эстем,

Бесән саптым сабында.

Эй-й, йәмле Дим буйы,
Бик һағындым был юлы.

 

Ожмахтарың -— бер яғыңда,

Димдә йөрөгән сағыңда.

Эй-й, йәмле Дим буйы,
Бик һағындым был юлы.

 

Һыуын эстем, аша кистем,

Ҡармаҡ һалдым ярынан.
Эй-й, йәмле Дим буйы,
Бик һағындым был юлы.

 

Тыуып-үҫкән Дим буйҡайы

Йәнгә яҡын барынан.

Эй-й, йәмле Дим буйы,
Бик һағындым был юлы.

Тональность


Google Analytics